Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин урамы буйынса карантин осрағына бәйле сираттан тыш "һабантуй" үтте, ул иҫеректәр һуғышы менән тамамланды”, – тип яҙып, автор уны интернеттағы социаль селтәргә ҡуйған.
Тартҡылашта ҡатындар ҙа ҡатнаша, улар ҡыҙып алған ирҙәрҙе тынысландырырға тырыша. Ваҡиға урынына полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре килә.
“Стәрлетамаҡ полицияһына биҫтәлә йәшәгән кешеләрҙән шылтыратыу булды. Полиция хеҙмәткәрҙәре урынға сыҡты. Зыян күреүсе асыҡланды, ул судмедэкспертиза үтеүгә ебәрелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше асыу мәсьәләһе хәл итәсәк. Әле бәхәстә ҡатнашҡан кешеләрҙең бөтәһе лә асыҡлана. Тикшереү барышында ысынлап та өйҙә ҡалыу тәртибен боҙоу осрағы билдәле булһа, улар ҡарар ҡабул итеү өсөн “Роспотребнадзор”ға ебәреләсәк”, – тип, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте был хәл буйынса аңлатма бирҙе.
Фото: социаль селтәрҙәге видеонан скриншот.