Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ТЕЛ ҠАЙҒЫҺЫ БЕҘҘӘ…

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бер ҡатын шылтырата. «Ғәфү итегеҙ, көн-төн туған телдә һөйләшеү, туған телдә уҡытыу тураһында аҡыл һатаһығыҙ, бына әле телевизорҙан һеҙҙең сығышығыҙҙы тыңланым, һеҙ ҙә шул бер үк балыҡ башын сәйнәйһегеҙ. Халыҡ шул тиклем бөлгөнлөктә йәшәгәндә тел ҡайғымы ни бында!»- тип ебәрҙе был.

«Ә һеҙҙә нимә ҡайғыһы һуң?» - тип һорайым тыныс булырға тырышып. Теҙеп алып китте ханым: ҡыҙы ауырый, уны сит ил клиникаһына алып барырға аҡсалары юҡ; улы ипотека түләй, йүнле эш урыны юҡ. Татарстанға күсеп китергә уйлайҙар, әммә ике йыл инде фатирҙарын һата алмайҙар; ире машинаһын алыштырырға аҡса туплай алмай, эш хаҡы бәләкәй…Ҡыҫҡаһы, аҡса етмәй был ханымға. Татарстанға күсеп китһәләр, аҡсаһы ла, башҡаһы ла булыр ине, тип өмөтләнә. Республика етәкселәренә хат яҙған, Рәсәй Президентына хат яҙған( нимә тураһында яҙғанын бик үк аңғарманым), әммә уны ҡәнәғәтләндерерлек яуап ала алмаған.
Мин был ханымды бары тик тыңланым ғына, бер ниндәй һүҙ ҙә ҡыҫтырманым. Һүҙгә ҡушылырға форсат та булманы, сөнки уны хупларлыҡ та, кире ҡағырлыҡ та урын юҡ ине. Аҡсаға, эйе, һәр кем мохтаж, аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында, эйе, беҙҙең күп хыялдар тормошҡа ашмай, ихтыяждар ҡәнәғәтләндерелмәй ҡала. Ләкин… Бар тапҡан-таянғанын балалары туған телендә һөйләшһен, туған телендә йырлаһын, тарихи тамырҙарын белһен, нәҫелен, милләтен дауам итһен өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлткән илһөйәр, телһөйәр атай-әсәйҙәр ҙә етерлек бит арабыҙҙа. Әлбиттә, бындай рухи ҡиммәттәр тураһында хәстәрләгән кешегә лә аҡса кәрәк…
Миңә шылтыратҡан был ханымға ул турала һөйләп, һүҙ әрәм итеп торманым. Ә шулай ҙа: «Тел ҡыҙыҡтырмай, тинегеҙ, үҙегеҙҙең балалар туған телде беләме һуң?- тип һораным. «Ҡайҙан белһендәр, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә белмәй, русса ғына һөйләшәләр…» тип кенә әйтте лә, мин уны үкендерергә теләп берәй һүҙ әйтеп өлгөргәнсе, тағы ла шул насар тормош, аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек тураһындағы зарын дауам итте…
Журналистың яҙмышы инде был – шундай әҙәмдәрҙе лә түҙеп тыңлап ултырырға тура килә бына…
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
Киске Өфө гәзитенән.
Читайте нас: