Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кемдә нимә ҡайғыһы
23 Сентябрь 2020, 15:25

Мохтаждарға бушлай кейем

Стәрлетамаҡта «Ил төкөрһә – күл булыр» (“С миру по нитке”) Әйбер банкында беренсе тапҡыр "Йылы көн" акцияһы үтә.

с
Ауыр тормош хәлендә ҡалған, ярҙамға мохтаж булғандарға, бушлай йылы кейем тараталар: пальто, куртка, баш кейеме, аяҡ кейеме, шарф һәм бирсәткә һ.б әйберҙәр.
Акция 26 сентябрҙә сәғәт 11.00-ҙән 15.00-кә тиклем уҙғарыла. "Һыуыҡ көндәр килә, кемдәр ауыр тормош хәлендә ҡалған, кемдәр ярҙамға мохтаж - беҙ һеҙгә йылы кейем бүләк итергә әҙер!", - тиелә Әйбер банкы белдереүендә. Битлек һәм бирсәткә кейеп килеүегеҙ һорала.
Әйбер банкы шулай уҡ әйберҙәрҙе айырып һалыу өсөн волонтерҙар эҙләй.
Эш ваҡыты: шишәмбе, кесаҙна, йәкшәмбе сәғәт 14.00-дән 18.00-гә тиклем. Тулыһынса мәғлүмәтте 8 961 359 27 56 телефоны аша белешергә була. Әйбер банкының адресы: Яҡутов урамы 9Б (Гагарин паркы туҡталышы).
Р.УСМАНОВА.

Читайте нас: