Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кемдә нимә ҡайғыһы
29 Сентябрь 2020, 13:20

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үҙенең отставкаһы тураһында мәғлүмәткә аңлатма бирҙе

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин «Башинформ» менән әңгәмәлә үҙенең отставкаһы тураһында имеш-мимеште кире ҡаҡты. Бынан алда республиканың ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында ведомство башлығының вазифаһын ҡалдырырға йыйыныуы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты.

«Бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Яҡын арала тормошҡа ашырырға теләгән пландарым бар»,— тип хәбәр итте ул агентлыҡ вәкиленә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Максим Забелин республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 2019 йылдың декабренән етәкселек итә башланы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: