Мәҫәлән, 16 ноябрҙән алып 23-нә тиклем ваҡыт эсендә помидорҙың хаҡы 9,2 процентҡа, ҡыярҙыҡы 7,5 процентҡа күтәрелгән. Йомортҡа (2,9 проценҡа) менән макарон аҙыҡтары ла (2,3 процентҡа) ҡыйбатланып киткән.
Туңдырылған балыҡҡа ла шулай уҡ хаҡ күтәрелгән – уртаса 4,7 процентҡа. Ғәҙәтттә Яңы йыл байрамынан һуң хаҡтар күтәрелә ине, быйыл уныһын да көтөп тормағандар, күрәһең.