Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кемдә нимә ҡайғыһы
10 Февраль 2021, 13:25

Йәштәр битараф түгел

Ҡала етәксеһе йәштәр менән үҙ тиңеләй күреп һөйләште, һорауҙарға яуап биргәндә үҙенең студент йылдарын иҫкә төшөрөп, ике дәүерҙе сағыштырып та алды.Ҡалабыҙ йәштәрен бихисап һорауҙар ҡыҙыҡһындыра икән. Мәҫәлән, уларҙы ябыҡ футбол яланы төҙөү, ихаталарҙы ҡарҙан ваҡытында таҙартыу, башлап эшкә тотонған йәштәргә карьера үҫешендә перспективалар, Строймаш ҡасабаһының ташландыҡ хәлгә ҡалыуы һәм башҡа мәсьәләләр борсой. Йәмғеһе 10-ға яҡын һорау бирелде. Владимир Иванович уларҙың күбеһенә шунда уҡ яуап бирҙе, ҡайһы берҙәрен өҫтәлмә рәүештә өйрәнергә кәрәк булып сыҡты.Сара һуңында олимпиада һәм һайлау хоҡуғы буйынса ғилми эштәр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Йәштәргә дипломдар һәм иҫтәлекле приздар тапшырылды.Оҙайлы онлайн рәүешендәге аралашыуҙарҙан һуң ҡапма-ҡаршы ултырып йәнле һөйләшеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы, йәштәрҙең ҡалабыҙ тормошона ғәмһеҙ булмауы һөйөнөслө. Тимәк, ҡалабыҙҙың киләсәге ышаныслы, өлкән быуынға алмашҡа лайыҡлы, илһөйәр, булдыҡлы йәштәр килә.Р.САФИНА.

Ҡала етәксеһе йәштәр менән үҙ тиңеләй күреп һөйләште, һорауҙарға яуап биргәндә үҙенең студент йылдарын иҫкә төшөрөп, ике дәүерҙе сағыштырып та алды.
Ҡалабыҙ йәштәрен бихисап һорауҙар ҡыҙыҡһындыра икән. Мәҫәлән, уларҙы ябыҡ футбол яланы төҙөү, ихаталарҙы ҡарҙан ваҡытында таҙартыу, башлап эшкә тотонған йәштәргә карьера үҫешендә перспективалар, Строймаш ҡасабаһының ташландыҡ хәлгә ҡалыуы һәм башҡа мәсьәләләр борсой. Йәмғеһе 10-ға яҡын һорау бирелде. Владимир Иванович уларҙың күбеһенә шунда уҡ яуап бирҙе, ҡайһы берҙәрен өҫтәлмә рәүештә өйрәнергә кәрәк булып сыҡты.
Сара һуңында олимпиада һәм һайлау хоҡуғы буйынса ғилми эштәр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Йәштәргә дипломдар һәм иҫтәлекле приздар тапшырылды.
Оҙайлы онлайн рәүешендәге аралашыуҙарҙан һуң ҡапма-ҡаршы ултырып йәнле һөйләшеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы, йәштәрҙең ҡалабыҙ тормошона ғәмһеҙ булмауы һөйөнөслө. Тимәк, ҡалабыҙҙың киләсәге ышаныслы, өлкән быуынға алмашҡа лайыҡлы, илһөйәр, булдыҡлы йәштәр килә.
Р.САФИНА.
Читайте нас: