Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кемдә нимә ҡайғыһы
13 Июль 2021, 11:45

БЕСӘЙҘЕҢ МЫРЫЛДАҒАН ТАУЫШЫ ҺӨЙӘКТЕ НЫҒЫТА

Бесәйҙең мырылдаған тауышын яратҡандар ҙа, яратмаусылар ҙа бар. Был тауышты Төнъяҡ Королинаның Хайуандар менән аралашыу институты ғалимдары тикшереп ҡараған һәм уның һөйәктәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеүен асыҡлаған.

Бындай шифалы мырылдау тауышы бесәйҙәргә бейектән һикереп, йәки ҡолап төшкәндә тиҙ һауығырға ярҙам итә икән.
Мырылдау тауышы кеше организмына ла шундай уҡ йоғонто бирә икән. 25-150 Гц йышлыҡтарындағы тауыш яраларҙың уңалыуына, һынған һөйәктәр тергеҙелеүенә, быуындарға һәм ауыртыуҙы баҫыуға булышлыҡ итә. Ғалимдар бесәйҙең мырылдауын ультра тауыш менән дауалау аппараты менән тиң ҡуя.
Волгоград университетында ла бесәйҙәр менән тикшереү ойошторған. Тикшереүҙә ҡатнашыусыларға бесәй ҡарарға биргәндәр һәм давление, йөрәк тибеше, кардиограмма кеүек күрһәткестәрҙе теркәп барғандар. Эксперимент аҙағында был күрһәткестәрҙең нормаға килеүе күҙәтелгән. Шул уҡ ваҡытта бесәйҙең мырылдауы егеттәргә бер нисек тә тәҫир итмәгәне асыҡланған.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: