Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кемдә нимә ҡайғыһы
14 Сентябрь 2022, 10:10

Таш ҡойоно ҡасан таҙартырбыҙ?

 Ишембай районы Әхмәр ауылы бик боронғо ауылдарҙың береһе. Уның өс йөҙ йылдан ашыу тарихы бар. Беҙҙең ауыл тәбиғәттең бик йәмле ерендә урынлашҡан, уртаһынан Һәләүек йылғаһы аға, тирә-яғын урман уратып алған. Ауыл уртаһында ағып ятҡан, беҙ бала саҡтан яратып һыуын эскән Ташбулаҡ ҡойоһо әле лә бар.

Элек йылға аша күпер ҙә бар ине. Беҙ мәктәпкә шул күперҙән йөрөй инек. Ауылыма ҡайтҡан һайын Ташбулаҡ ҡойоһон барып күреп, бала саҡ йылдарын иҫкә төшөрөргә яратам. Хәйер, һағынып ҡайтҡан кеше бер мин генә түгел, был урынды башҡалар ҙа ярата.

Әммә күңелде өйкәп торған проблема тураһында яҙмай булдыра алманым. Ундағы элекке матурлыҡтың юҡҡа сыға барыуы йәнде көйҙөрә. Ауылдың уртаһында оло юл буйында һул яҡта етемһерәп ултырған иҫке өй менән ҡороған ҡарт өйәңке ҡаршы ала. Күпер ҙә хәҙер иҫкереп, емерелеп бөткән. Шунлыҡтан балалар уҡыуға урау юлдан йөрөй. Был күренеш ауылдың ҡотон ебәреп тора.

Ауылымды матур итеп күргем килә. Ауылдаштар менән өмә яһап, ошо таш ҡойоно таҙартып, иҫке өйҙө һүтеп, ҡарт өйәңкене ҡырҡып ташлағанда ниндәй шәп булыр ине!

Ҡайтып төшкән ерҙә матур итеп юл һалһалар, Ташбулаҡ ҡойоһон кәртәләп алһалар, һыу аша селтәрләп күпер һалһалар ине, тимәксемен.

Мин хәҙер олоғайҙым инде. Ауылдан сығып киткәнемә лә алтмыш йыл. Йәштәргә әйтер һүҙем шул: ауылыбыҙҙың ҡотон ебәрмәйек! Атай-олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ шунда ат эсереп, һыйыр эсереп ғүмер кисергән, үҙебеҙ ҙә шул таш ҡойоноң һыуын эсеп үҫтек бит. Килер быуындарға ни ҡала – шуны уйлайыҡсы, яҡташтар! Бергәләп тотонғанда был мәсьәләне хәл итеп буласаҡ, минеңсә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

М.ВӘЛИДОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Таш ҡойоно ҡасан таҙартырбыҙ?
Таш ҡойоно ҡасан таҙартырбыҙ?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: