Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф суммаһы граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик берәмектәргә – 150-200 мең һум. Ҡабаттан боҙған өсөн граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 40-50 мең, юридик берәмектәргә 200-250 мең һум штраф ҡаралған.
Шуны билдәләп үтәйек: тиҙҙән республиканың ошо ҡануниәттәге тәжрибәһен федераль кимәлдә лә ҡулланыуҙары мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы