Ашҡаҙар
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
17 Март 2020, 12:59
Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит!
Ҡалала “Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның тәүге этабы башланды. Ул 27 мартҡа тиклем дауам итә.
Был акция наркоманияның таралыуын иҫкәртеү, наркотик һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешен асыҡлау һәм халыҡты наркотиктарҙы ҡулланыу эҙемтәләре менән таныштырыу маҡсатында үткәрелә.
Ошо осорҙа наркотиктарҙы етештереү, ҡулланыу, уның менән һатыу итеү, наркомандарҙың притондары һәм башҡа оператив-әһәмиәтле мәғлүмәт тураһында белгән һәр кем был турала РБ Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына (
8(347) 279-32-92)
шылтыратып хәбәр итә ала. Мәғлүмәтте аноним рәүештә ҡалдырырға мөмкин.
Әгәр ҙә тыйылған препараттар менән сауҙа итеүселәрҙе белһәгеҙ, яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин йәки
8(347) 279-32-92, 02 (102 – кеҫә телефонынан)
телефондары аша тәүлек әйләнәһенә шылтырата алаһығыҙ. Бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
Стәрлетамаҡ эске эштәр идаралығы.
Читайте нас: