Законһыҙ аҡса эшләргә теләүсенең был ҡылығын Рәсәй Эске эштәр министрлығының коррупцияға ҡаршы һәм иҡтисади хәүефһеҙлек йүнәлеше буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре оператив-иҫкәртеү саралары барышында асыҡлаған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығынан Дарина Горчакова хәбәр итеүенсә, ҡалала йәшәүсе ир кеше махсус рөхсәтһеҙ ҡара һәм төҫлө металл ҡалдыҡтарын ҡабул итеү һәм һаҡлау менән шөғөлләнгән. Законһыҙ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ул “Харьковский” гараж-төҙөлөш кооперативы биләмәһендәге үҙенең гаражында алып барған.
Уның был законһыҙ эшмәкәрлеге туҡтатылған. Төҫлө һәм ҡара металл ҡалдыҡтары менән эш иткәндә ҡағиҙәләрҙе боҙоу факты буйынса был иргә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.1 статьяһына ярашлы административ протокол төҙөлгән.