Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, тикшереү барышында табиптар комиссияһы үткән йылдың апрелендә шәкәр диабетының икенсе тибы диагнозы ҡуйылған ҡатынға һаулыҡ өсөн мөһим дарыуҙар яҙа. Тик пациент дарыуҙарҙы тулыһынса ала алмаған, сөнки улар дарыуханала булмаған. Уға, кәрәкле медикаменттарҙың өстән бер өлөшө генә тапшырылған.