Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
30 Март 2020, 13:44

“БӘЙЛӘНЕШТӘ” СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРЕНӘ ЭКСТРЕМИСТИК МАТЕРИАЛ ҺАЛҒАН

Күгәрсен районы прокуратураһы экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы закон үтәлешен тикшергән. Уның буйынса, 34 йәшлек район кешеһенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдәрҙең береһендә граждандарҙың милләте буйынса хоҡуҡтарын кәмһетеүгә өндәүсе видео яҙма һалыуын билдәләгән. Әлегә тиклем, 2012 йылда Стәрлетамаҡ ҡала суды ҡарары буйынса был материал экстремистик тип билдәләнгән булған.

Быға бәйле район прокуроры иргә ҡарата Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.29 статьяһы (экстремистик материалдарҙы күпләп таратыу) буйынса административ эш ҡуҙғата. Тикшереү һөҙөмтәһендә 34 йәшлек иргә штраф һалына. Бынан тыш хоҡуҡ боҙоусыға экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы закондарҙан тайпылмаҫҡа һәм артабан был талаптарҙы үтәргә кәрәклеге буйынса иҫкәртеү яһала.
Әлеге мәлдә закон менән тыйылған яҙма социаль селтәрҙән алып ташланған.
Читайте нас: