Уны видеокамералар ҙа, һаҡта тороусы ла, һатыусы ла, һатып алыусылар ҙа ҡурҡытмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, магазин бурҙарын полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ-арала асыҡлай. Күптән түгел полицияға аҙыҡ-түгел магазины хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт иткән. Улар 5 мең һумдан ашыу тауар урланғанлығын асыҡлаған икән. Улар араһында бер нисә шешә коньяк һәм төрлө тәмләткестәр бар. Ваҡиға булған урында участка уполномоченныйы урлаусының 28 йәшлек Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ булыуын фашлаған. Уны шунда уҡ тотҡандар һәм участокка килтергәндәр. Участковойҙар шулай уҡ башҡа магазинда аҙыҡ-түлек урларға маташыусы 50 йәшлек ирҙе лә тотҡандар. Уға ҡарата РФ Енәйәт Кодексының 158 статьяһы 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡандар ҙа инде. Полицейскийҙар уғрылыҡҡа килтергән сәбәптәрҙе тикшергәндәр.
Аҙыҡ-түлек магазинының сауҙа залында берәү бер шешә араҡы менән колбаса урлаған да һыпыртҡан. Тиҙ-арала уны тотоп дежур часка килтергәндәр. Утыҙ йәшлек был иргә ҡарата РФ Енәйәт Кодексының 161 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әлбиттә, аҙыҡ-түлек магазиндарында ғына түгел, кейем-һалым магазиндарында ла урлаусылар бар икән. Мәҫәлән, кейем һәм аяҡ кейемдәре һатҡан магазинда элгәре хөкөм ителгән 38 йәшлек ир витринанан ике пар кроссовкалар алған һәм залды ҡараусынан да ҡурҡып тормай урлауға барған. Был факт буйынса ла РФ Енәйәт Кодексының 161-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Шуны ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: урлау фактын дәлилләүҙә видеокамералар төп ярҙамсы була. Фәҡәт улар ярҙамында полицейскийҙар элек тә урлаған кешеләрҙе шунда уҡ таный. Ә инде кәнфит йәки кофе урлаған өсөн бер нимә лә булмаясаҡ тип уғрылыҡ юлында тәүге аҙымдарын яһаусылар теләһә ниндәй бурлыҡ өсөн дә закон буйынса яуаплыҡҡа тарттыраласаҡтарын онотмаһындар ине.