Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
27 Апрель 2020, 16:09

КОНТРАФАКТ АЛКОГОЛЬ ҺАТЫП ЯТҠАН

Стәрлетамаҡ прокуратураһы 56 йәшлек ир кешегә енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарары сығарған. Ул РФ Енәйәт Кодексының 171.3 статьяһының беренсе өлөшө (законһыҙ этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукцияны лицензияһыҙ әйләнеше) буйынса закон боҙоуҙа ғәйепләнә.

Тәфтишселәр версияһы буйынса ғәйепләнеүсе билдәләнмәгән кешеләрҙән төрлө маркалы, төрлө һауытлы һәм төрлө эстәлекле булғана ҙур партия менән контрафакт алкоголь һатып алған. Был продукцияны ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәргә түбән хаҡ менән һатҡан.
Экспертиза спиртлы шыйыҡсаларҙы тикшергәндән һуң уның хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәүен дәлилләгән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары 900 литрға яҡын спиртлы продукцияны ҡулға алған, уның хаҡы 400 мең һумға торош итә.
Ғәйепләнеүсе тулыһынса үҙенең ғәйебен таныған, артабан суд үҙ ҡарарын сығарасаҡ.
Читайте нас