Был хәл 10 майҙа иртән Артем урамында була. Бәлиғ булмаған ҡыҙ «Daewoo Nexia» машинаһында руль менән идара итә алмай, тәүҙә бордюр аша үтеп, кәртәне емереп, электр бағанаһына килеп бәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә 18 һәм 23 йәшлек пассажирҙар төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала.
- Водителгә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса, водитель таныҡлыҡһыҙ автомобиль менән идара иткән өсөн административ протокол төҙөлә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең сәбәбе асыҡлана, - тип хәбәр итәләр республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Был көндө республика юлдарында алты авария теркәлгән, унда 9 кеше тән йәрәхәттәре алған. Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 1700 Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы асыҡлаған, 64 иҫерек водитель тотолған.