Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
13 Май 2020, 15:04

Башҡортостан прокурорына һорауҙарығыҙ бармы?

20 майҙа Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы прокуроры Владимир Ведерников граждандарҙы ҡабул итә. Был көндө Стәрлетамаҡ халҡы прокурорға үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.

Ҡала прокуратураһы белдереүенсә, 20 майҙа иртәнге сәғәт 10-да ҡала прокуратураһы бинаһында (К.Маркс урамы, 107-се йорт) видеоконференция бәйләнеше ярҙамында прокурор граждандарҙы ҡабул итә.
Бының өсөн 8-906-100-71-01 һәм 25-98-13 телефондары аша көн һайын (шәмбе, йәкшәмбе – ял көндөре) иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө сәғәт 1-гә тиклем һәм көндөҙгө сәғәт 2-нән киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул итеүгә алдан яҙылырға кәрәк.
Читайте нас