- Конституцияға хәҙер 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте, заман үткән һайын Конституция ла үҙгәрергә тейеш. 90-сы йылдар менән сағыштырып ҡарағанда, ошо 24 йылға яҡын ваҡыт эсендә беҙҙең дәүләт бик ҙур, оҙон юл үтте. Кеше ғүмерен алһаҡ, шуның менән сағыштырып ҡарағанда, халыҡтың өстән бер өлөшө үҙгәрҙе. Быуындар алмашынды. Ошо талаптарға ярашлы, беҙҙең Рәсәй Конституцияһының Төп законы ла үҙгәрергә тейеш. Кешелек быны үҙе ҡуша. Әлеге конституция тәҡдим иткән ҡайһы бер үҙгәрештәр әле үк беҙҙең менән йәшәй. Әммә улар рәсми рәүештә Төп закоға теркәлергә тейеш. Мәҫәлән, “Балалар дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим өҫтөнлөгө булып тора” – был, әлбиттә, өҫтөнлө йүнәлеш.
Әсәлек капиталы 2007 йылдан индерелде. Дәүләт балаларға иғтибарҙы арттырыу тураһында күптән аңлаһа ла, ул рәсмилләштерелмәгәйне. Хөкүмәт күп балалыларға ер бирә башланы – был беренсе аҙым булып тора.
Тел мәсьәләһенә килгәндә, төрлө федераль закондарҙа һәр бер халыҡ үҙ телендә һөйләшергә, өйрәнергә хоҡуҡлы, бының өсөн шарттар булдырылған. Быларҙың барыһы ла 1991 йылда теркәлгән. “О языках народов” тип атала. Ләкин ул конституцияла теркәлмәгәйне. Ошо үҙгәрештәр менән беҙ йәшәйбеҙ һәм килешәбеҙ, бер заманда бергә атлайбыҙ. Яңы реаллектә алып ҡараһаң, барлыҡ тәҡдим иткән үҙгәрештәр асыҡ, аныҡ һәм барыһына ла аңлайышлы, тип уйлайым.
Ҡыҫҡаса төп тезисы шул. Был – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Шуға һәммәгеҙҙе лә 1 июлдә һайлауға барып үҙ тауышығыҙҙы бирергә саҡырам.
Фекерҙе Р.САФИНА яҙып алды.