Кеше һәм закон
15 Июня 2020, 06:00

Илмир САРБУЛАТОВ, Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы

Конституцияға төҙәтмәләр индереү тураһында

- 93-сө йылдан бирле донъя буйынса ла, беҙҙең илдә лә күп үҙгәрештәр булды. Кешеләр үҙгәрҙе, менталитет үҙгәрҙе, тормошобоҙға яңы технологиялар индерелде. Шуға күрә үҙгәрештәрҙән ҡасып булмай. Төп законға төҙәтмәләр индереү сит илдәр беҙҙең бөтә халыҡ милке булған тәбиғи байлыҡтарыбыҙға ҡул һуҙмаһын өсөн, территориаль бөтөнлөктө һаҡлау өсөн, кешеләрҙең хеҙмәт хоҡуғын нығытыу өсөн кәрәк. Беҙгә үҙ ерҙәребеҙҙең тәбиғи байлыҡтарын үҙебеҙ ҡулланыу мөһимлеге төп урындарҙың береһен алып тора.
Төп законға төҙәтмәләр индереүҙең әһәмиәте шунда: ул беҙгә үҙ байлығыбыҙҙы иркен тотонорға мөмкинлек бирә. Үҙебеҙҙә үҫтергән ашлыҡ экологик яҡтан таҙа ла һәм файҙалы ла. Үҙ тыуған еребеҙҙә етештерелгән продукттарҙы файҙаланыуға юл аса. Эре монополистар баҫып алыуға ҡаршы сыға.
Фекерҙе Р.САФИНа яҙып алды.
Читайте нас