Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
16 Июнь 2020, 11:00

Антонина УСЕВИЧ, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы директоры:

Конституцияға төҙәтмәләр индереү тураһында

- Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы – ул беҙҙең йәшәйешебеҙ нигеҙе, йәмиғиәт менән беҙҙең мөнәсәбәтебеҙҙе яйға һалыу, дәүләттең тотороҡло үҫешенең төп йүнәлеше. Әлбиттә, тормош үҙгәрә, кешеләрҙең йәшәү шарттары һәм талаптары ла үҙгәрә, шуға ярашлы Төп закон билдәле корректировка талап итә. Конституцияға үҙгәрештәр индереүҙә әлеге хәл – ул беҙҙең йәшәү рәүешен (тормош тәртибен) камиллаштырыуҙа һигеҙенсе аҙым. Үҙгәрештәр иң элек беҙҙең ил граждандары өсөн төрлө өлкәләрҙә: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, сәйәси ҡоролошта һ.б. социаль гарантияларҙы нығытыуға йүнәлтелгән.
Үҙгәрештәр күп, әммә Рәсәй Федерацияһының һәр гражданы шуны белергә тейеш: беҙ Конституцияны алмаштырмайбыҙ, ә тик Рәсәй халҡы тормошон яҡшыртыуҙы гарантиялаусы айырым статьяларға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш бирәсәкбеҙ.
Шуға күрә мин улар өсөн тауыш бирәм, илебеҙҙең төп Законына төҙәтмәләр индереү буйынса референдумда ҡатнашам һәм «Ашҡаҙар» гәзитен уҡыусы һәр кемде Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тәҡдим ителгән төҙәтмәләр буйынса үҙ тауышын биреү өсөн беркетелгән һайлау участкаһына килергә йәки башҡа ысулды һайларға саҡырам.
Фекерҙе Р.САФИНА яҙып алды.
Читайте нас