Тикшереү версияһы буйынса учреждение директоры риэлтор булып эшләгән танышына түләү өсөн үҙенең клиентына шәхси төҙөлөш өсөн тәғәинләнгән муниципаль ерҙе торгтарҙа еңергә ярҙам итеүҙе һораған. Ошо уҡ тәҡдим менән ул Ер һәм милек министрлығы чиновнигына сыға, улар дуҫтарса аралашыуҙа булғандар. Бергәләп һөйләшеп алғандан һуң риэлторға был эш өсөн 200 мең һум түләнәсәген билдәләгәндәр.
«Риэлтор килтерелгән тәҡдим менән ризалаша. Әммә бер аҙ ваҡыт үткәс, был эш законһыҙ икәнен аңлап хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙа», - тип хәбәр итәләр Тәфтиш Комитетында.
18 июнь көндө тейешле сумма тапшырылған ваҡытта ғәйепләнеүселәрҙе Республиканың Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Һорау алыу ваҡытында учреждение директоры үҙенә лә, минестерствола эшләгән дуҫына ҡарата ла кире күрһәтмәләр биргән.
Тәфтишселәр енәйәт эше сиктәрендә тентеү ойошторған һәм булған бар финанс документтарҙы алған. Әлеге мәлдә шаһит булыусыларҙан һорау алына. Ғәйепләнеүселәрҙе әлегә һаҡ аҫтында ҡалдырырға ҡарар иткәндәр.