Президент указына ярашлы, әгәр бер ай эсендә уларҙа коронавирус инфекцияһы раҫланған бер генә пациент булһа ла, бындай хеҙмәткәрҙәргә 25-80 мең һум түләнергә тейеш.
Прокурор күрһәтмәһен ҡарау һөҙөмтәләре буйынса дауахана хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтары тергеҙелде, уларға 1,1 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелде, биш вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.