Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
4 Декабрь 2020, 12:58

АДМИНИСТРАТИВ КОМИССИЯ ХӘБӘР ИТӘ

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең 15.08.2019 йылында сыҡҡан №4-1/28з төҙөкләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы беркетелгән биләмәләрҙе ҡар һәм боҙҙан таҙартыу, тайғаҡ урындарға ҡом һибеү ҡаралған.

Төҙөкләндереү ҡағиҙәһенең 65 статьяһы буйынса, авария осраҡтары булдырмаҫ өсөн автомобилдәр йөрөгән юлдарға, урамдарға квартал эсендәге һәм шәхси милектә булған биләмәләрҙән ҡарҙы эттереп сығарып һалыу тыйыла. Шулай уҡ газон, тротуар, автомобил юлдарына, ихата-ара һәм ихаталар эсендәге проездарға һәм башҡа төрлө йәйәүлеләр йөрөгән урындарға роторлы ҡар ырғытҡыс һәм башҡа төрлө ҡоролмалар менән ҡар, бысраҡ ҡар, боҙ киҫәктәрен ырғытыу тыйыла.
Административ комиссия граждандарҙы, ҡала ҡунаҡтарын һәм юридик шәхестәрҙе закондарҙы боҙмаҫҡа һәм шәхси майҙандарҙа, ҡала биләмәләрендә төҙөкләндереү ҡағиҙәләре үтәлеше яҡлы булыуын үтенә.
Читайте нас: