Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
26 Декабрь 2020, 20:00

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай быйыл 150-нән ашыу закон проекты ҡабул иткән

Уларҙың 60-ҡа яҡыны көҙгө сессия мәлендә ҡаралған. Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бөгөн йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында белдерҙе. Сара онлайн форматта уҙҙы.

2020 йылда ҡабул ителгән ҡануни документтарҙың күбеһе пандемия мәлендә граждандарға һәм иҡтисадҡа булышлыҡ күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Был закондарҙың тәүге блогы апрелдә ҡарала. Ә көҙгө сессия ваҡытында бизнесҡа ярҙам итеү маҡсатында 50 тармаҡты һалымдан азат итергә хәл ителә. Ошондай уҡ сара ҙур сауҙа үҙәктәренә ҡарата ла тәҡдим ителә. Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күһәтелә, әммә шул уҡ ваҡытта эш урындарын һәм хеҙмәт хаҡын һаҡлау бурысы ҡуйыла.
Көҙгө сессияла депуттар «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттары өсөн һалым ташламалары ҡараған, был майҙанда эшләгән предприятеларҙы биш йылға килемгә һәм транспортҡа һалымдан азат иткән.
Депутаттар бизнесҡа булышлыҡ иткән закон проекттарын ҡарауҙан тыш, ярҙам ысулдарын үҙмәшғүлдәр өсөн дә тәҡдим итә. Әлбиттә, йәмәғәтселек араһында резонанс тыуҙырған ҡануни норматив-хоҡуҡи акттар ҙа ҡарала. Улар торлаҡ төҙөлөшөнә, ер мәсьәләләренә, йорт хайуандары менән мөғәлләмә итеүгә, күсмә цирктарҙың, зоопарктарҙың, дельфинарийҙарҙың эшмәкәрлегенә ҡағыла.
https://bash.news
Читайте нас: