Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
19 Ғинуар 2021, 12:30

Аҡсалар һыу кеүек аҡҡан

Иглин районында “Водоканал” предприятиеһының элекке директоры быға тиклем халыҡтан тотонған һыу өсөн йыйылған 1,1 миллион һум аҡсаны үҙләштергәне өсөн хөкөм ителгәйне. Күптән түгел уға йәнә “эш” өҫтәлде.

Был юлы элекке етәксе компанияға 56 миллион һумдан ашыу зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2016 һәм 2018 йылдарҙа ғәйепләнеүсе ике төҙөлөш фирмаһы менән предприятие өсөн отошло булмаған бер нисә килешеү төҙөгән (“Водоканал” килешеү буйынса һыу үткәргән), тик килешеү процедураларын инҡар иткән. Һөҙөмтәлә килешеү хаҡы кәметелеп, предприятиеға 15 миллион һумдан кәмерәк түләгәндәр, ә башҡарылған эштең ысын хаҡы 70 миллиондан артығыраҡ булған. Бынан тыш, директорҙы предприятие өсөн һатып алынған 40 мең һумлыҡ мотокультиваторҙы һәм 70 мең һумлыҡ кеҫә телефонын үҙләштереүҙә лә ғәйепләйҙәр.
Әлеге ваҡытта ул ике статья буйынса: вазифа вәкәләттәрен саманан тыш ҡулланыуҙа һәм аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Беренсе хөкөм ҡарары буйынса ғәйеләнеүсе 4 йылға иркенән мәхрүм ителгән һәм әлеге ваҡытта дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында икән. Ә прокурор ҡарары менән раҫланған икенсе енәйәт эшендәге ғәйепте ул инҡар иткән. Әле енәйәт эше судҡа ебәрелгән. Аҡса, крандан аҡҡан һыу кеүек, кеҫәһенә инеп ятҡан элекке директор урлашыуының эҙе лә һыу менән бергә ағып китер тип уйлағандыр, күрәһең.
Теманы дауам итеп,
Дуҫына яҡшылыҡ эшләйем, тип…
Нефтекама ҡалаһының ЮХХДИ бүлеге начальнигы дуҫының туғанына ярҙам итәм тип,вазифа вәкәләттәрен файҙаланыуҙа ғәйепләнә.
Ул танышының туғанына ҡарата административ тәртип боҙоу тураһындағы материалды үҙенең ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәткәргә судҡа ебәрмәҫкә,йәғни, юҡҡа сығарырға бойора. Тәртип боҙоусының быға тиклем автомобиль йөрөтөргә хоҡуғы тыйылған булған, әммә ул руль артына ултырған һәм был кешегә водитель таныҡлыҡлығы булмаған көйө автомобиль менән идара иткәне өсөн административ протокол төҙөгән булғандар.
Һөҙөмтәлә водителде лә, полицейскийҙы ла суд көтә. Дуҫлыҡ ҡәҙерле лә бит, тик закон барыһынан да өҫтөн шул.
Читайте нас: