Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
10 Февраль 2021, 18:20

Йәш гвардиясылар ике магазинда срогы сыҡҡан продукттарҙы утилләштерҙе

Стәрлетамаҡта урындағы "Йәш гвардия" бүлеге һәм "Хәүефһеҙ республика" проекты активистары ҡалалағы магазиндарҙа ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе. Рейд барышында 15 сауҙа объекты тикшерелде.

Ике нөктәлә прилавкаларҙа ҡулланыу яраҡлылығы срогы сыҡҡан продукттар табылған. Былар - һөт, ит аҙыҡтары, һуттар, икмәк изделиелары, тип хәбәр иттеләр урындағы "Йәш гвардия" бүлегенән.
Магазиндар етәкселәре активистарҙан иҫкәртеүҙәр алды. Боҙолған продукция шунда уҡ утилләштерелде.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: