Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
16 Март 2021, 16:00

Енәйәтсеме, героймы ?

Педофилды үлтергән кеше интервью биргән. «Мин енәйәтте туҡтаттым. Мин уны үлтерергә уйламаным. Теләһә кем шулай итер ине, - тигән ҡулған алынғансыға тиклем Өфөлә йәшәүсе ир.

Башҡортостан прокуратураһы вәкиле, экспертизаға ярашлы, Владимир Зайцев тән йәрәхәттәренән түгел, ә туңып үлгән, тип аңлатҡан.
«Статьяны тегеләй-былай алмаштырып бөттөләр. Ул туңып үлгән, миңә уйлап эшләгән үлтереү тағалар. Шуныһы ҡыйын. Юҡҡа ғына 8 йыл ғүмерем әрәм буласаҡ. Ысынлап та, юҡҡа ғына. Тейешенсә эшләһәләр уны тикшергән булырҙар ине, тип иҫәпләй Владимир Санкин. – Мин ахыр сиккә тиклем көрәшәсәкмен. Бөтә судтарға ла мөрәжәғәт итәсәкмен».- ти ул.
Билдәле адвокат Павел Астахов фәҡәт йәмәғәтселек фекере Санкиндан «герой» яһаны, ти. Ләкин, юрист фекренсә, уны герой тип иҫәпләргә ярамай.
« Ул хоҡуҡҡа ҡаршы эштәр башҡарған., ләкин ҡылығына дөрөҫ булмаған квалификация ҡуйылған, суд процессы ла дөрөҫ алып барылмаған, етмәһә бөтөнләй ғәҙел булмаған ҡарар сығарылған. Фәҡәт ошо өс сәбәп бер яҡтан уны енәйәтсе тип танырға ирек бирмәй, икенсе яҡтан уны герой тип әйтеп булмай», - тигән адвокат.
Читайте нас: