Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
24 Май 2021, 19:10

Завод күп миллионлы бурысын түләгән

Башҡортостандағы иң эре Стәрлетамаҡ тимер бетон изделиелары заводы эш хаҡы буйынса күп миллионлы бурысын түләгән. Был турала БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы матбуғаты хәбәр итә.

«ЖБЗ № 1» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 301 эшсе алдындағы 2021 йылдың ғинуар һәм февраль айҙарының икенсе яртыһында дөйөм суммаһы 9,4 миллион һумлыҡ булған бурысын ҡаплаған. Ҡала прокуратураһы ҡарары менән БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эш биреүсене РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.27 стаьяһының 6-сы часы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырған. Әлеге ваҡытта эшселәргә эш хаҡы тулыһынса түләнгән. Предприятиеға хеҙмәт хаҡын түләү буйынса ҡануниәтте боҙған өсөн штраф һалынған.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас: