Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
31 Май 2021, 11:10

ҠАСЫП ҠОТОЛОРҒА УЙЛАЙ

Ришүәт алыуҙа ғәйепләнгән республика юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының элекке хеҙмәткәре Илдус Шәйбәков билдәһеҙ йүнәлештә ғәйеп. Уны полиция органдары эҙләй. Быға тиклем район-ара теркәү- имтихан бүлеге етәксеһе эштән бушатылған булған.

Илдус Шәйбәковҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уға “ришүәт алыу” һәм “ришүәт биреү” статьялары буйынса дәғүә белдерелгән.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, уның иҫәбендә ҡала ситендәге күркәм йорт, фатир, офис өсөн ҙур майҙанлы биналар, автомобилдәр иҫәпләнгән.
Мөлкәттең дөйөм суммаһы 44 миллион һумға барып баҫҡан. Уларҙың ниндәй юл менән һатып алыуынын хужа аңлата алмаған.
Унан һуң полиция эшенә тап төшөргән хеҙмәткәрҙе эшенән бушатҡандар. Билдәһеҙ йүнәлештә юҡ булған Шәйбкәовты әле эҙләү бара. Хөкөмдән ҡасып ҡотолормон тип уйлай, күрәһең! Ришүәт алыусы һәр кем был аҙымының аҙағын уйларға тейеш!
Сығанаҡ::«Башҡортостан ҡыҙы» журналы
Читайте нас: