Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
2 Июль 2021, 16:40

Урман ҡануниәтен боҙған өсөн - штраф

Стәрлетамаҡта урман ҡануниәтен боҙған өсөн өс предприятиеның вазифалы кешеләренә штраф һалынды. Был хаҡта республика прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр

Стәрлетамаҡ прокуратураһы урман ҡануниәте үтәлешенә тикшереү уҙғарған. РФ Урман кодексына ярашлы, хужалыҡ итеүсе субъекттар ағас менән һатыу итеү тураһында автоматлаштырылған Берҙәм дәүләт системаһында отчет бирергә тейеш. Ләкин «Стәрлетамаҡ металл прокат заводы», «Межрайкоммунводоканал» МУП-ы, «Авангард» ФКП-һы дөйөм күләме 2,7 миллион һумлыҡ булған 320 кубометрҙан ашыу пиломатериал һатып алған, ә тейешле декларацияларҙы иҫәп-хисап өсөн ебәрмәгән.
Ошоға бәйле ҡала прокуратураһы инициативаһы буйынса ойошмаларҙың ғәйепле вазифалы кешеләре административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм уларға дөйөм күләмдә 130 мең һум шраф һалынған. Бынан тыш, прокуратура компанияларҙың етәкселеге адресына асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмәләр ебәргән. Шунан һуң ағас менән һатыу итеү мәғлүмәт системаһында иҫәпкә алынған.
Р.ЗАМАНОВА.


Автор:Роза Сафина
Читайте нас: