Ашҡаҙар
+20 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
3 Июль 2021, 09:05

Етем балаларҙың торлаҡ хоҡуғын ҡыҫҡандар

Стәрлетамаҡта дүрт етем бала үҙҙәренә бирелергә тейешле торлаҡты ала алмаған. Прокуратура уларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһаған, тип хәбәр итәләр ведомствонан.

Ҡануниәткә ярашлы, йәшәр өсөн үҙҙәренә беркетелгән торлағы булмаған етем балаларға һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыуҙарын тамамлағандан һуң торлаҡ бирелә. Әммә дүрт етем бала биш йыл торлаҡҡа сиратта тороп та һаман фатир ала алмаған.
Ошоға бәйле ҡала прокуратураһы урындағы үҙидара органына етемдәргә торлаҡ бирҙерергә йөкләмә биреү тураһында судҡа мөрәжәғәт иткән. Суд прокуратура талабын ҡәнәғәтләндергән. Әммә ләкин түрәләр ҡабул ителгән ҡарарҙар менән килешмәгән һәм апелляцион тәртиптә ялыу биргән. Республика Юғары суды прокуратура дәлилдәрен нигеҙле тип таныған һәм суд ҡарарын көсөндә ҡалдырған.
Р.ЗАМАНОВА.
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: