Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Кеше һәм закон
14 Декабрь 2021, 10:32

Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә…

Башҡортостандың Учалы районы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы 37 йәшлек ирҙе ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр.

Әле ул ҡулға алынған һәм үҙ ғәйебен таныған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышында эшен ришүәт алыуҙан башлаған «түрә» административ яуаплыҡҡа тарттырылған 35 йәшлек ирҙән 30 мең һум аҡса алыуҙа ғәйепләнә. Әйткәндәй, аҡса биргән иргә ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә булып сыға инде.
Римма ҒӘЛИМОВА
Фото:surb.sledcom.ru
Читайте нас