Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
3 Февраль 2022, 11:45

Алкоголь, наркотик һәм уйынға бәйлелектән “дауалаусылар” яуап бирәсәк

Республика прокуратураһы 11 кешенән торған енәйәтселәр төркөмөнә ҡарата ғәйепләү ҡарарын әҙерләгән. Тәфтишселәр версияһы буйынса, ғәйепләнеүселәрҙең береһе алкоголь, наркотик һәм уйындарға бәйлелеге булған ауырыуҙарға хеҙмәт күрһәтеү буйынса 2014 йылда Стәрлетамаҡ районында «Мост» реабилитация үҙәге асҡан булған.

Алкоголь, наркотик һәм уйынға бәйлелектән “дауалаусылар” яуап бирәсәк
Алкоголь, наркотик һәм уйынға бәйлелектән “дауалаусылар” яуап бирәсәк

Пациентарҙы көсләп тотоу өсөн һәм уларҙың туғандарынан(пациенттарҙың яҡындары үҙәктә булған шарттар менән тулыһынса таныш булмаған) килем алыу маҡсаты менән ул 10 кешенән торған енәйәт төркөмө булдырған.

2019 йылдың апреленән 2020 йылдың авгусына тиклем ғәйепләнеүселәр төрлө алдау ысулдары менән, шул йәһәттән хоҡуҡ һаҡлаусылар формаларын кейеп 17 зыян күреүсене ирекһеҙләп реабилитация үҙәгенә алып барып бикләгән.

Үҙәктә зыян күреүселәргә ҡарата физик һәм психологик кәмһетеүҙәр ҡулланылған, ас һәм йоҡоһоҙ тотҡандар. Зыян күреүселәргә туғандары менән осрашырға, телефон аша бәйләнеш тоторға рөхсәт ителмәгән, шулай уҡ бинанан сығырға һәм бәйләнеш менән ҡулланыу тыйылған булған.

2020 йылдың ноябрендә законһыҙ эшмәкәрлек хоҡуҡ һаҡлау органдары менән кисектерелгән, бикләп тотолған граждандар сығарылған.

Енәйәт эше Республиканың Юғары судына йүнәлтелгән.

Алкоголь, наркотик һәм уйынға бәйлелектән “дауалаусылар” яуап бирәсәк
Алкоголь, наркотик һәм уйынға бәйлелектән “дауалаусылар” яуап бирәсәк
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: