Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
8 Февраль 2022, 11:37

Педофилдарҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу тураһында закон көсөнә инде

Шулай ҙа законды шымартаһы бар әле...

Педофилдарҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу тураһында закон көсөнә инде
Педофилдарҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу тураһында закон көсөнә инде

Яңы закон тураһында бөгөн, 8 февралдә, Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин хәбәр итте.

 «Ләкин әлеге проблема буйынса ҡануниәттә байтаҡ етешһеҙлектәр ҡалды, шуға күрә эште дауам итергә кәрәк. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә 13 йәшлек ҡыҙҙы бер нисә тапҡыр көсләгән педофил ни бары 3,5 йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатылды. Был ғәҙелме? Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 134-се статьяһының 3-сө өлөшө ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Был педофилдарға йомшаҡ яза бирелгән беренсе осраҡ түгел. Шуға бәйле Генераль прокуратураға Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының статьялары буйынса балаларға ҡаршы енәйәттәр өсөн ғәйепләү ҡарарҙары сығарыуҙың хоҡуҡ ҡулланыу практикаһына анализ яһау үтенесе менән мөрәжәғәт иттем», - тине Вячеслав Володин.

Депутат фекеренсә енәйәт тәүге тапҡыр ҡылынһа ла, ғәйепләнеүсене ҡаты язаға тарттырырға кәрәк. Был федераль закондарҙа сағылыш табырға тейеш.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: