Башҡортостандың федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт идаралығы аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия асты.
Ул хаҡтар күтәрелеү факттарына оператив рәүештә яуап бирергә ярҙам итәсәк. Халыҡ ошоға бәйле һорауҙар менән эш сәғәттәрендә 8 (347) 246-21-53 телефонына шылтырата йәки ведомство сайтына инеп форманы тултыра ала.
Ҡайһы бер сауҙа селтәрҙәре аҙыҡ-түлеккә (һөт, йомортҡа, икмәк, ҡош ите һ.б.) хаҡтарҙы 15 проценттан да юғарыраҡ арттырмаҫҡа вәғәҙә иткәйне.
Р,ЗАМАНОВА.