Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Апрель 2022, 15:45

Машинаңды газонда ҡалдырһаң,штраф түләргә әҙер бул!

Стәрлетамаҡта газонда,балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡуйғандарға ҡарата көрәш дауам итә. 

Машинаңды газонда ҡалдырһаң,штраф түләргә әҙер бул!
Машинаңды газонда ҡалдырһаң,штраф түләргә әҙер бул!

 Газонда автомобилдәрен ҡалдырғандар өсөн хәҙер штрафтың күләме ярайһы уҡ ҙур: граждандарға бер меңдән ике мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – биш-ун мең һум, ойошмаларға 20 меңдән 30 мең һумға ҡәҙәр.
   Закон буйынса протокол төҙөү һәм штраф һалыу район хакимиәттәрендәге административ комиссияның вәкәләтенә ҡарай. Улар тураһындағы белешмәне район һәм ҡала хакимиәттәренең “Административ комиссия” бүлегендә табырға мөмкин. Теләгән һәр кем тыйылған урындарға ҡуйылған автомобилдәрҙе фотоға төшөрөп ебәрә ала. Стәрлетамаҡ ҡалаһының административ комиссияһы түбәндәге адрес буйынса урыншлашҡан: Октябрь проспекты, 32, 113-сө эш бүлмәһе.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: