Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
6 Май 2022, 14:30

Стәрлетамаҡта бер ирҙе хөкөм иткәндәр.

Ул бер ай эсендә ике тапҡыр эскән килеш руль артына ултырған.

Стәрлетамаҡта бер ирҙе хөкөм иткәндәр.
Стәрлетамаҡта бер ирҙе хөкөм иткәндәр.

Стәрлетамаҡ ҡала суды 36 йәшлек кешегә ҡарата енәйәт эшен ҡараны. Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың 26 ғинуарында был ир эскән килеш руль артына улырып тотолған.Суд уны ике йылға шартлы рәүештә иркенән иткән һәм водитель таныҡлығынан мәхрүм иткән. Әммә ул 12 февралдә тағы ла  иҫерек килеш рулгә ултыра.Был юлы суд уға ике йылға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итә һәм  бер йылға холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: