Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Июль 2022, 12:10

Иҫерек йөрөгән биш водитель тотолған

Ҡала хакимиәтенең сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы полиция майоры Александр Давыдов енәйәттәргә бәйле хәл-ваҡиғалар буйынса отчет бирҙе.

Дежур часть мәғлүмәттәре буйынса үткән аҙнала Стәрлетамаҡ буйынса енәйәт ҡылыуға бәйле хәл-ваҡиғалар тураһында  1548 хәбәр килгән. Шуларҙың 54 осрағы – кеше милкен урлау, 3 мутлашыу факты. Наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 8 енәйәт, миграция иҫәбенә ҡуйыу, законһыҙ миграцияға бәйле 1 енәйәт асыҡланлған.

Йәмәғәт тәртибен һаҡлау линияһы буйынса 843 административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған.

ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса  710 тәртип боҙоу туҡтатылған. Иҫерек  килеш транспорт сараһы менән идара иткән 5 водитель  тотолған.

Р.ЙӘЛИЛЕВА.

Иҫерек йөрөгән биш водитель тотолған
Иҫерек йөрөгән биш водитель тотолған
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: