БР буйынса Эске Эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ир үҙенең шикле аҙымдары менән полиция хеҙмәткәрҙеренең иғтибарын йәлеп иткән: ул даими рәүештә ағастар янына килеп ер ҡаҙған, әйберҙәрҙе фотоға төшөргән дә машинаһына кире ултырған.
Ирҙең автомобилендә полицейскийҙар 13 пакет билдәһеҙ матдә тапҡандар. Экспертиза пакет эсендә синтетик наркотик булыуын күрһәткән. Һорау алғанда ир тыйылған матдәне үҙе өсөн алыуын әйткән, сөнки уны таратҡан өсөн етдирәк яза бирелеүен белгән булған. Ләкин ул йәшәгән урында наркотиктар менән 40-тан ашыу төрғәк табылған. Һуңынан ир үҙенең наркотиктар һатҡанын таныған. Полиция был ирҙең көнкүреш техникаһы магазиндарының береһендә директор булып эшләүен асыҡлаған. Тыйылған матдәне ир эштән бушағанда һатҡан булған. Әлеге ваҡытта ирҙе ҡулға алғандар. Уға ҡарата айырыуса эре күләмдә наркотиктар һатыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был статья буйынса ғәйепле кеше 15 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Ирекһеҙҙән, «кешегә нимә етмәй һуң ул?» тигән һорау тыуа. Матур эше лә булған бит, юҡһа…Ҡомһоҙлоҡ башын бутағандыр инде.
Римма ҒӘЛИМОВА