Бөгөн Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тарихҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, ул 1715 йылға барып тоташа. Петр Беренсе Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдыра. Шул дәүерҙә патруль-пост, оператив, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кеүек бүлексәләрҙе үҙ эсенә алған орган барлыҡҡа килә. Уларға халыҡтың именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһы Эске эштәр идаралығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе, полиция капитаны Рөстәм Илдар улы Йәнгиров менән әңгәмәләштек.
– Рөстәм Илдарович, иң тәүҙә үҙегеҙ менән бер аҙ таныштырып үтегеҙ әле.
– Мин үҙем Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Аҙаҡтан беҙ Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылына күсеп килдек. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға индем, диплом алғас Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына алындым. 2005 йылда армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, үҙем өсөн бик етди генә ҡарар ҡабул итеп, милицияға эшкә урынлаштым. Иң беренсе юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәре булып эшләй башланым, бында биш йыл эшләгәндән һуң, мине административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор вазифаһына тәғәйенләнеләр. Бында хеҙмәт иткән ваҡыттарҙа параллель рәүештә юрист һөнәренә уҡып йөрөнөм. 2020 йылдың яҙынан иһә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының теркәү-имтихан бүлеге начальнигы булып эш башлаһам, бөгөнгө көндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы булып эшләйем.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ниндәй уртаҡ маҡсаттар башҡара икән?
– Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең байрамы етеп килә. Минеңсә, был байрам көслө рухлы, ҡыйыу, йәмғиәтебеҙҙең мөһим ҡиммәттәрен – законлылыҡты һәм тәртипте, кеше хоҡуҡтарын һаҡлаусы бик күп быуын кешеләре яҙмышы менән бәйләнгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен алһаң да, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре булһынмы ул, барыһында ла үҙ эшен белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй, улар ҡалабыҙҙа хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген нығытыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Енәйәтселек менән көрәштә, намыҫлы хеҙмәттә һәр береһенең иң яҡшы сифаттары ғына сағылып ҡала, улар – көс, батырлыҡ һәм мәрхәмәтлек.
– Һеҙҙеңсә, ЮХХДИ-ла эшләр өсөн ниндәй кеше булырға кәрәк?
– Беренсенән, кеше менән дөрөҫ аралаша белергә кәрәк. Ысынлап та, аралаша белеү – уңышлы эштең иң мөһим аспекты булып тора. Төрлө кешеләр осрап ҡуя. Бында уларҙың килеп сыҡҡан һорауҙарын бергәләп хәл итә белергә кәрәк. Шуға күрә, беҙҙә эшләгән һәр хеҙмәткәр үҙенсә бер аҙ психолог та. Икенсенән, хеҙмәтебеҙҙең норматив базаһын көндәлек тормошобоҙҙа файҙаланыу һәм уны законлылыҡ талаптары менән дөрөҫ бәйләй белергә кәрәк. Өсөнсөнән, уңышлы хеҙмәткәр – ул эшенең бөтә хоҡуҡи базаһын белгән һәм уны дөрөҫ ҡуллана белгән кеше. Һәр кем хата ебәреүе мөмкин, әммә беҙҙең эшебеҙҙә хаталанырға ярамай!
– Кешеләрҙең социаль селтәрҙәрҙә бер-береһен ЮХХДИ посы бында тора, тегендә торалар тигән иҫкәртеүҙәренә нисек ҡарайһығыҙ?
– Дәүләт автоинспекцияһының эше һәр ваҡыт асыҡ характерлы. Беҙ һәр ваҡыт юлда, үҙебеҙ әллә ҡайҙан күренеп торабыҙ. Шуға күрә теләге булған һәр кеше ЮХХДИ хеҙмәткәренең ҡайҙа, әйтәйек, билдәле бер урында тороуон яҙыу, йә видеояҙма итеп төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалыуында бер ниндәй насарлыҡ күрмәйем. Ниндәйҙер кимәлдә ул хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙы тәртипкә өйрәтә, иҫкәртелгән кеше, мәҫәлән, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаһа, шунда уҡ тағып ҡуя. Был насар түгел бит.
– Стәрлетамаҡ водителдәре сабып барған “тимер аттарын” туҡтатыуға нисек ҡарай?
– Был, әлбиттә, шәхси характерға эйә. Һәр кеше туҡтатыуҙы төрлөсә ҡабул итә. Яңы руль артында ултырыусыларҙың тулҡынланыуы йөҙҙәренә сыҡһа, ҡайһы берҙәре үҙҙәрен тыныс ҡына тоторға тырыша, әммә барыбер ҡәнәғәтһеҙлек тә күҙәтелеп ҡуя. Кемдәрҙер ҡурҡышынан юғалып ҡала... Ғөмүмән, ҡалала күпме кеше йәшәй, шунса ҡараш тигәндәй. Бында ла шул уҡ.
– Рөстәм Илдарович, һеҙҙең хеҙмәткәрҙәргә “ҡыҙыу нөктәләргә” лә оҙайлы командировкаларға барырға тура килә...
– Быны беҙ халыҡ именлеген һаҡлау буйынса ҡуйылған бурыстарҙың береһе, тип иҫәпләйбеҙ. Унан башҡа ла хеҙмәттә хәүеф тураһында күп һөйләргә була. Шуға күрә беҙҙең эштә һәр ваҡыт хәүеф бар.
– Коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Ҡәҙерле коллегалар, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – полиция көнө менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Ҡуйылған бурыстарығыҙҙы уңышлы үтәп сығыуығыҙҙы, именлек, һаулыҡ һәм һөнәри үҫеш теләйем! Был донъяла ниндәй генә кеше юҡ, ниндәй генә енәйәттәр ҡылынмай, иң тәүҙә шуларҙы күреп, тикшереп йөрөгән полиция хеҙмәткәрҙәренең эше бик ауыр һәм ҡатмарлы. Бигерәк тә бөгөнгө тыныс булмаған тормошобоҙҙа енәйәтселекте киҫәтеп, тыныслыҡты һаҡларға тырышҡан полиция хеҙмәткәрҙәренән тыш йәшәйешебеҙ ниндәй булыр ине икән? Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Шуға күрә, беҙ уларға сабырлыҡ теләп ҡалабыҙ! Кешелеклелек сифаттарын юғалтмай, халыҡ именлеге өсөн эшләүҙәрен дауам итһендәр!