Ул Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө (айырыуса ҙур күләмдә мутла-шыу) һәм Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 174.1- се статьяһының 4-се өлөшө буйынса (Енәйәт ҡылыу һөҙөмтәһендә алынған аҡсалата средстволарҙы законлаштырыу) ғәйепләнә.
Тәфтишселәр версияһы буйынса, кредит ҡулланыусылар кооперативы идараһы рәйесе булған ғәйепләнеүсе 2015 йылдан 2016 йылға тиклем 11 гражданды алдап, 8,7 миллион һумдан ашыу аҡсаларын урлаған. Был аҡсаны ул үҙе етәкселек иткән икенсе микрофинанс фирмаһын үҫтереүгә һалған. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныманы. Әлеге ваҡытта енәйәт эше Стәрлетамаҡ ҡала судына ебәрелде.
Филүс ИСМӘҒИЛЕВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы.
Фото:Башинформ.