Быға тиклем социаль селтәрҙәрҙә ауырыу баланың хәле насарайып бер нисә тапҡыр дауаханаға мөрәжәғәт итеп тә тейешле ярҙам күрһәтелмәүе тураһында хәбәрҙәр булды.
Фажиғәле осраҡ 4 ғинуарҙа булған. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бала ашығыс ярҙам линияһы буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-нсе балалар хирургияһының ҡабул итеү бүлегенә оҙатылған. Дежур табибтар баланың Республика клиник дауаханаһының балалар хирургтарында иҫәптә тороуын, планлы оператив дауалауға әҙерләнеүен асыҡлаған. Медицина манипуляцияһынан һуң бала өйөнә ҡайтарылған.
4 ғинуарҙа төндә сабыйға тағы бер ҡат ашығыс ярҙам саҡырталар, баланы фельдшер тикшерә, дауаханаға алыу өсөн ашығыс күрһәткестәр асыҡланмай. "Шул уҡ көндө иртә менән ата-әсә баланы балалар хирургияһы бүлегенең ҡабул итеү бүлегенә үҙҙәре килтерә. Дауахананың ҡабул итеү бүлмәһендә баланың хәле ҡырҡа насарлана. Ул аңын юғалта һәм реанимация бүлегенә ашығыс рәүештә ҡабул ителә. Рентгенография һөҙөмтәһе буйынса беренсе тапҡыр йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы яғынан өҙлөгөүҙәр асыҡлана. 55 минут дауамында үткәрелгән барлыҡ реанимация саралары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә бирмәне", - тип аңлаталар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында булған хәлдәрҙе.
Ведомство вәкиле баланың ата-әсәһенең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша, был осраҡта шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ярҙамын күрһәтеүҙең барлыҡ этаптарын тикшерә.
Баш ньюс.