Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
7 Март 2023, 17:42

РОСПОТРЕБНАДЗОР БҮЛӘК КАРТАҺЫНЫҢ АҠСАҺЫН ҠАЙТАРЫП БИРЕРГӘ ЯРҘАМ ИТКӘН

РОСПОТРЕБНАДЗОР БҮЛӘК КАРТАҺЫНЫҢ АҠСАҺЫН ҠАЙТАРЫП БИРЕРГӘ ЯРҘАМ ИТКӘН
РОСПОТРЕБНАДЗОР БҮЛӘК КАРТАҺЫНЫҢ АҠСАҺЫН ҠАЙТАРЫП БИРЕРГӘ ЯРҘАМ ИТКӘН

Бүләк урынына магазинға бүләк картаһы, йәғни сертификаттар тапшырыу модаға инеп китте. Тик тейешле магазинда кәрәкле тауар булмауы, оҡшамауы ла мөмкин, был осратҡа нимә эшләргә? Аҡсаны ҡайтарырға буламы? Ошо көндәрҙә тап ошондай осраҡ суд ҡарары менән тамамлана. Роспотребнадзор һатып алыусы хоҡуҡтарын яҡлап сығып, сертификат суммаһын кире ҡайтарып бирергә ярҙам итә. Суд ҡарары буйынса сауҙа нөктәһе һатып алыусыға өҫтәп мораль компенсация һәм штраф та түләйәсәк.

Эш материлдарынан билдәле булыуынса, ҡатын кешегә бүләк формаһында 25 мең һумлыҡ өс сертификат бүләк иткән булғандар. Әммә ул магазинға барып тауар һайлап ала алмағас, сумманы аҡсалата ҡайтарыуҙарын һорай. Магазин вәкилдәре бүләк сертификаттары кире ҡайтарылмауын аңлатып бүләк урынына аҡса ҡайтарыуҙан баш тарта. Бындай яуап алған ҡатын төбәк Роспотребнадзор бүлегенә мөрәжәғәт итә, ведомство һатыу алыусынның һоҡуҡтарын яҡлап эште судҡа тапшыра. Ҡулдарына повестка тапшырыуға ҡарамаҫтан яуап биреүселәр яғынан суд ултырышына килеүселәр булмай, шулай ҙа суд эште яуап биреүселәрһеҙ ҡарай һәм ҡулланыусылар һоҡуғын яҡлап Роспотребнадзор килтергән дәлилгә нигеҙләнеп «Спортмастер» магазинына мораль зыян килтергән өсөн 15 мең һум һәм сумманың 50 процентлыҡ өлөшөндәй штраф сығарып сертификаттарға торош иткән сумманы ҡайтарырға тигән ҡарар сығара. Дөйөм алғанда магазин 135 мең һум аҡса түләргә тейешле булып сыға.

«Әгәр ҙә һеҙ бүләк картаһы(сертификат) аҡсаһын ҡайтарырға теләһәгеҙ, бының өсөн иң тәүҙә яҙма рәүештә һатыусыға ғариза яҙып мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һатыусыға бүләк картаһын(сертификатты) һатып алған кеше генә түгел, бүләк итеп алған кеше үҙе лә мөрәжәғәт итеп аҡсаһын ҡайтарып алырға һоҡуҡлы. Шуныһы мөһим, бүләк картаһы (сертификат) ул тауар түгел, ул тик тауар өсөн аҡса индерелеп тороу тураһында ғына иҫбат булып тора», - тип аңлата Башҡортостан Республикаһы Роспотребнадзоры.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: