Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Июль 2023, 11:50

Кабель менән бәйләгәндәр

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ике кеше танышын законһыҙ рәүештә иркенән мәхрүм иткән өсөн суд алдына баҫасаҡ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһы уларға ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Енәйәт ҡылыусылар, тотҡан роленә һәм ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, 127-се РФ Енәйәт кодексының 2-се статьяһы “а” пункты (законһыҙ рәүештә иркенән мәхрүм итеү), РФ Енәйәт кодексының 161-се статьяһы 1-се өлөшө (талау) РФ Енәйәт кодексының 139-сы статьяһы 2-се өлөшө (торлаҡҡа законһыҙ рәүештә үтеп инеү) буйынса ғәйепләнә.

Тикшереү версияһы буйынса, 2023 йылдың апрелендә бергә йәшәгән өйҙәш ир менән ҡатын араһында ыҙғыш сыға. Шунан теге ҡатын танышын саҡырып килтерә.

Ир кеше фатирға бәреп килеп инә лә, ғәйепләнеүсе ҡатын менән өй хужаһын туҡмайҙар, шунан кер йыуыу машинаһының кабеле менән бәйләп, телефондың зарядлау ҡоролмалары менән сырмап ҡуялар, шунан һуң өйҙән сығып китәләр.

Сығып китешләй енәйәтсе ҡатын зыян күреүсенең ике кеҫә телефонын тартып ала.

Ир кеше, бәйҙән ысҡынғас, көс-хәл менән күршеләренә барып етә һәм был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.

Ғәйепләнеүселәр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныны.

 Енәйәт эше, тейешенсә тикшереү өсөн, Стәрлетамаҡ ҡала судына ебәрелде.

Ф.Р. Исмәғилев,

 Стәрлетамаҡ ҡала прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Кабель менән бәйләгәндәр
Кабель менән бәйләгәндәр
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: