Ҡырмыҫҡалы район-ара суды «наркотиктарҙы законһыҙ һатырға маташыу» статьяһы буйынса хөкөм сығарҙы, тип хәбәр итә БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте. Стәрлетамаҡта йәшәүсе наркотиктар һатырға маташҡан өсөн ун бер йыл колонияға хөкөм ителәсәк. Былтыр сентябрҙә ир йәшерен урындан наркотиктар алып китә, һуңынан уларҙы һатырға ниәтләй, әммә полиция тарафынан тотола. Енәйәтсенең машинаһында тыйылған матдә менән ун пакет табыла. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уны ун бер йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итергә ҡарар сығарҙы.
Р.ҒАЯЗОВА.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.