Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
27 Июнь , 17:10

ЙӘШЕРЕН УЙЫН КЛУБЫНЫҢ АҪТЫРТЫН ҠЫЛЫҒЫ

Башҡортостанда хоҡуҡ һаҡлаусылар йәшерен уйын клубының эшмәкәрлеген туҡтатты.

 Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре Орджоникидзе урамында урынлашҡан легаль булмаған уйын клубының эшмәкәрлегенә сик ҡуйҙы.

 Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте  хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың майында 23 йәшлек урындағы кеше, бинаны ҡуртымға алып, уны хәүефһеҙлек системаһы менән йыһазландыра: камералы домофон һәм йоҙаҡты алыҫтан идара итеү мөмкинлеге, шулай уҡ һигеҙ видеокүҙәтеү камераһы ҡуя. Шунан һуң унда ҡомарлы уйындар үткәреүҙе ойоштора.Тәүлек әйләнәһенә эшләгән учреждениеға тик тикшерелгән клиенттар ғына инә ала. Килеүселәр аҡсаны клуб администраторына тапшыра һәм компьютерҙа йәки автоматта ставкалар яһау мөмкинлеген ала.

Бинаны тикшергәндә хоҡуҡ һаҡлаусылар 60-тан ашыу берәмек ҡорамал таба һәм тартып ала: мониторҙар, система блоктары, уйын аппараттары, роутер, маршрутизатор, планшет. Енәйәтсе ғәйебен таныу күрһәтмәләре бирә. Полиция йыйған материалдар буйынса Стәрлетамаҡ буйынса тәфтиш бүлеге «законһыҙ ҡомарлы уйындар ойоштороу һәм үткәреү»статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. "Ғәйепләнеүсе администратор менән тәүге тикшереү эштәре уҙғарылды, енәйәттең сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү саралары үткәрелә», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй  Тәфтиш комитетының Башҡортостан  буйынса тәфтиш идаралығының  матбуғат хеҙмәтендә.

Римма ҒӘЛИМОВА..



 

ЙӘШЕРЕН УЙЫН КЛУБЫНЫҢ АҪТЫРТЫН ҠЫЛЫҒЫ
ЙӘШЕРЕН УЙЫН КЛУБЫНЫҢ АҪТЫРТЫН ҠЫЛЫҒЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: