Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
19 Июль , 10:52

Стәрлетамаҡҡа килеп наркотик һатырға маташҡан

Стәрлетамаҡҡа килеп наркотик һатырға маташҡан
Стәрлетамаҡҡа килеп наркотик һатырға маташҡан

Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәре наркотик һатып еңел аҡса эшләргә теләгән 32 йәшлек ирҙе ҡулға алған. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, Туймазынан ҡалабыҙға эшкә урынлашыу маҡсаты менән күсеп килгән иргә әлегә тиклем дә енәйәт эше ҡуҙғатылған булған, был юлы уны наркотик матдәләр һатыуҙа ғәйепләйҙәр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, ир кеше былтыр ноябрь айында уҡ Стәрлетамаҡта ҡуртымға фатир ала һәм тәүҙә законлы эшкә урынлашып эшләп йөрөй. Әммә һуңынан интернет селтәрендә мессенджер аша законһыҙ кәсеп таба. Интернет ярҙамында ҙур партия наркотик матдәләре һатып ала, тауарҙы барып ала һәм бәләкәй төргәктәргә бүлеп уны йәшерен урындарға илтә.
Енәйәтсе йәшәгән фатирҙы тикшереү ваҡытында ванна аҫтында алты пакет эсендә булған 18 грамдан ашыу наркотик табыла. Шулай уҡ, фатирҙа үлсәүҙәр һәм йәбештереү таҫмалары була. Һорау алғандан һуң, шаһиттар ҡатнашлығында полиция хеҙмәткәрҙәре 4 урынды тикшерә һәм унда ла йәшерелеп ҡуйылған төргәктәргә тап була. Енәйәтсе үҙенең ғәйебен таныған, суд хөкүм сығарғанға тиклем ҡулға алынған. Кешегә үлем һатып, бәхетле йәшәп булмай шул. Енәйәтсегә ҙур срокка төрмә янай.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: