Эш материалдарына ярашлы, 50 йәшлек Алла Зайцева кураторҙарға тапшырыу өсөн пенсионерҙарҙан ҙур суммаларҙы тартып ала. Мутлашыуҙа ғәйепләнгән 50 йәшлек Алла Зайцева судта үҙен «яңылыш эскәмйәлә ултырттығыҙ» тип аҡланырға маташа.. Ҡатын-ҡыҙ фекеренсә, уның урыны телефон мутлашыусылары ҡулынан зыян күреүселәр менән йәнәш, йәнәһе. Ә бит ул мутлашыусыларға туранан-тура үҙе ярҙам итә, уларҙың курьеры булып эшләй, ышаныслы пенсионерҙарҙан аҡса ала һәм кураторҙарға тапшыра. «Вакансияны Интернетта таптым, эш биреүсегә артыҡ һорауҙар бирмәнем» тигән була.
Зайцеваны ҡулға алғандан һуң, уның эш биреүсеһе шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлай. Уны, шулай уҡ мутлашыусыларҙы эҙләү менән хәҙер тәфтишселәр шөғөлләнә. Юристар фекеренсә, Зайцева аҡланыуына ҡарамаҫтан, язаны йомшартыуҙан башҡаға иҫәп тота алмаясаҡ. Әммә уны, сығып китмәү тураһында ҡултамға ҡуйҙырып, һаҡ аҫтынан иреккә сығаралар.