Федераль именлек хеҙмәтенең юғарыла күрһәтелгән ведомствоһы чиновниктарына ҙур күләмдә ришүәт биргән өсөн бынан алда дүрт коммерция ойошмаһы вәкилдәренә ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылғайны. Әлеге ваҡытта иҫбатлау базаһын нығытыу, енәйәтселәрҙең законһыҙ эшмәкәрлегенең бөтә шарттарын һәм башҡа эпизодтарын асыҡлау һәм документлаштырыу буйынса тикшереү эштәре алып барыла», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Р.Байрамова.