Уҙған аҙнала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына граждандарҙан 1085 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 22һе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.
Уҙған аҙнала муттарҙан туғывҙ кеше зыян күргән, тип хәбәр итте Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса полиция бүлеге начальник урынбаҫары Андрей Петров. Зыяндың дөйөм суммаһы 5 225 000 һум тәшкил итә (бер аҙна алданыраҡ 7 млн. һумдан ашыу ине). Ғариза яҙыусылар араһында — эшһеҙ, дүрт пенсионер, Юл-ремонт төҙөлөш идаралығы водителе, “Стәрлетамаҡ Һыу каналы” цехы мастеры, аҙыҡ-түлек килтереү сервисы хеҙмәткәре.
Бынан тыш, аҙна эсендә ҡалала тән йәрәхәттәре килтереүҙең 18, ғаиләлә ғауға ҡуптарыуҙың 41 осрағы теркәлгән. Законға ҡаршы наркотиктарҙы һаҡлаған һәм һатҡан өсөн алты кеше ҡулға алынған, енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Юлда 7 иҫерек водитель тотолған, шуларҙың икеһе иҫерек килеш йәнә руль артына ултырған.